10 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?
Асыуыңдан тәнемдә сәләмәт урыным ҡалманы, Гонаһым арҡаһында һөйәктәремдең елеге кипте.
гел доға ҡылығыҙ.
Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.
Улар ҡылыстары менән түгел, Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды. Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың Уларға еңеү килтерҙе. Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең, Сөнки уларҙы яраттың.
Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?
Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.
Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә, Биргән антында ныҡ торған;