7 Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән; Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған.
Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән, Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән.
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:
Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам, Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла. Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын!
Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.
Нимә өҫтөнә уның нигеҙҙәре ҡуйылды? Таң йондоҙҙарының ҡыуаныслы йыры, Илаһи заттарҙың шат гөрләшеүе аҫтында Кем ерҙең мөйөш ташын урынлаштырҙы?
Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт, Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр.
Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:
Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.
Әллә белмәй инегеҙме? Ишетмәнегеҙме? Һеҙгә баштан уҡ әйтелмәнеме? Ер нигеҙе нисек ҡуйылғанын аңламанығыҙмы ни?