6 Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын!
Эй Раббы Хаким, Ҡөҙрәт эйәһе, Ҡотҡарыусым, Алыш көнөндә башымды ҡаплап торҙоң.
Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.
Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр.
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.
Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар.
Һин Хакимһың ҡоторонған диңгеҙгә, Шашынған тулҡындарҙы тынысландыраһың.
Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.
Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Абаддон, ә грекса – Аполлуон.
Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.
Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.
Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы?
Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ, кешенең күҙе лә туймай.
Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.