2 «Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла.
Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!
Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.
Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла.
Шуахтан килгән Билдад былай тип яуап бирҙе:
Кеше юғарынан – Алланан ниндәй өлөш алыр? Кешегә өҫтән – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ниндәй биләмә булыр?
Алла – ҡөҙрәтле! Ул һис кемде ситкә типмәй; Уның көсө һәм аҡылы бөйөк.
Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк; Бармы тағы Уның һымаҡ остаз?
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
«Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай.
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?