17 Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.
Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.
Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Ҡыҙарынды битем күп илауҙан, Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма.
Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»
Мин ҡолоң йоҡлаған арала, ул, баламды ҡуйынымдан алып, үҙенең янына ятҡырған, ә үле сабыйҙы минең эргәмә һалған.