14 Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.
Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.
сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.
Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.
Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.
Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.