13 Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.
Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.
Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.
Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.
Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.
«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.
Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.
Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.
Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!
Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.
Мин ҡолоң йоҡлаған арала, ул, баламды ҡуйынымдан алып, үҙенең янына ятҡырған, ә үле сабыйҙы минең эргәмә һалған.
Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.
Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла.