16 Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.
«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:
Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!
О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!
Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы.
Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!
Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен, Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе. „Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә, Хаким хакимға ябырыла!“
Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы.