13 Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.
Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?
Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.
Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Алланың һәр эше мәңгелек икәнен аңланым: уға бер нәмә өҫтәп тә, алып ташлап та булмай – Алла кешеләр Үҙенән ҡурҡһын өсөн шулай эшләгән.
Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Кәкрене турайтып булмаҫ, Юҡ нәмәне һанап булмаҫ.
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.
Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас, ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар.
Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.
Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың, Беләм, ниәтеңдә былар булған:
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.
Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!