12 Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.
Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.
– Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.
Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.
Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.
хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр, иманһыҙҙар көнөнә төшөрөр.
Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.
Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.
Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.
Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ.
алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.