11 Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым, Уның юлын тоттом, ситкә атламаным.
Исемеңде быуындан-быуынға йәшәтермен, Халыҡтар һине мәңге һәм мәңге данлар.
гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.
Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа,
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Аҡыл тупла һин, белем йый, әйткәнемде онотма, һүҙемдән сыҡма.