6 Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,
Яҡыныңдан аманат итеп кейемен алып тораһың икән, ҡояш байығансы ҡайтар –
Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,
Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,
Етемдәрҙең ишәген алып китә, Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала.
Аманат итеп тирмән ташының өҫтөн дә, аҫтын да алмағыҙ. Быны эшләгән кеше аманатҡа йәнде алған булыр.
Һәр ҡорбан усағының янында Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә Рәхәтләнеп тән яҙалар; Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты Алла йортонда тартынмай эсәләр.
Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,
Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ, Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар.
Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.