24 Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ, Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм.
Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.
Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.
Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;
Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.
Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта.
Ғивғондағы Раббы сатыры алдында Хурҙың ейәне, Уриҙың улы Бесалил эшләгән баҡыр ҡорбан усағы була. Сөләймән йыйын менән бергәләп шуның алдында Раббыға сәждә ҡылып мөрәжәғәт итә.
Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.
Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.
Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.
Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының, Өйөм-өйөм көмөшөң булыр.
Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам, Саф алтынды: „Ышанысым һин!“ – тиһәм,
Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.