Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 22:22 - Изге Яҙма

22 Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 22:22
16 Referencias Cruzadas  

Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.


Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.


Уларҙы күҙ уңыңдан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,


Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.


Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы.


Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios