2 «Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?
Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ.
Һинең хозурыңдан сыҡһын миңә хөкөм; Күҙең кем хаҡлы икәнде күрһен.
Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
Раббының бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә игелек булыр.
кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә.
Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?
Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы:
Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?