18 Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!
Әммә муллыҡтары уларҙың үҙ ҡулдарында түгел. Ҡуй, яуыздарҙың өгөтө минән алыҫ торһон!
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте, йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.
Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.
Уларҙы Һин ултырттың – тамыр йәйҙеләр, Үҫтеләр, емеш бирәләр; Исемеңде телдән төшөрмәйҙәр, Ләкин күңелдәре Һинән йыраҡ.
Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.
Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!
«Шунан һуң Мин кире ҡайтырмын да Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙормон. Емереклектәрен ҡайтанан ҡороп, элекке хәленә ҡайтарырмын.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?