17 Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“
Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ.
Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.
Бөтә ҡала халҡы Ғайсаны ҡаршыларға сыҡты. Уны күргәс, үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбарҙылар.
– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
„Аллаға хеҙмәт итеү – файҙаһыҙ, Уның бойороҡтарын үтәүҙән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хозурына Хәсрәтле йөҙ менән инеүҙән ни файҙа күрҙек?
Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».
Үгеҙҙәренең орлоғо әрәм булмай, Һыйырҙары йыл һайын быҙаулай, Быҙауын һалмай.
Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.