7 Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?
Аушайтты ла күк ҡабағын, Раббы килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,
Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.
Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем.
Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.