6 Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам – Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала.
Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.
Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.
Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен
Алланың һүҙен данлайым, Уға өмөт бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә ҡыла алһын?
Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.
Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.