30 Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.
Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.
Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер.
Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?
Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.
Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.
Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.
Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.
Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота.
Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ, Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ.
Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».
Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?
Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.
Юлаусыларҙан һорашманығыҙмы ни? Күргәндәрен иҫәпкә алманығыҙмы?
Кем дөрөҫлөктө битенә бәреп әйтер? Кем ҡылғанының ҡонон ҡайтарыр?
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө.
Әммә Неҫанъяһ улы Исмәғил, үҙенең һигеҙ кешеһе менән Йоханандан ҡасып, ғаммондарға табан юл алды.
ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ.
Урман шырлығында балта тотоп Йөрөгән бәндәгә оҡшаш улар,