Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 21:25 - Изге Яҙма

25 Башҡа берәү ғазап сигеп, Һис рәхәтлек күрмәй китеп барыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 21:25
14 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.


– Эй әҙәм улы, икмәгеңде ҡалтырана-ҡалтырана аша, һыуыңды дерелдәй-дерелдәй хәүефләнеп эс.


Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап.


Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.


Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.


Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.


Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.


Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?


– Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын.


Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ.


Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios