Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 21:15 - Изге Яҙма

15 Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 21:15
16 Referencias Cruzadas  

Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине.


Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.


Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».


Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.


Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам! Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы!


„Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң,


Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.


Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.


Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“


Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең, Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең.


Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.


Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?


„Аллаға хеҙмәт итеү – файҙаһыҙ, Уның бойороҡтарын үтәүҙән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хозурына Хәсрәтле йөҙ менән инеүҙән ни файҙа күрҙек?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios