Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 20:8 - Изге Яҙма

8 Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 20:8
14 Referencias Cruzadas  

Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан,


Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңә иғтибар һал, Юҡһа илдең ҡараңғы мөйөштәре Йәбер-золом менән тулған.


Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел.


Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.


Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.


Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.


Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.


Төньяҡ батша үҙ иленең нығытмаларына табан кире боролор, ләкин еңелеүгә осрар, ҡолар һәм юҡҡа сығыр.


Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.


Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын.


Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».


Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер, тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios