3 Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм, Зиһенем яуап бирергә рухландыра.
Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ, Алдында ялмап йотор ялҡын бар, Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл.
Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
«Һүҙҙәрең мине хафаға һалды, Әйүп, Борсолам, өндәшмәй ҡала алмайым.
Ҡылыс йөҙөнән ҡурҡығыҙ, Сөнки ярһыу ҡылыс менән язалана; Шул ваҡытта ғәҙел хөкөмдөң барлығын белерһегеҙ!»
Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.