Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 20:23 - Изге Яҙма

23 Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 20:23
12 Referencias Cruzadas  

Итте әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббы, асыуы ялҡынланып, халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе.


Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай; Элек эңерҙе көтөп ала торғайным, Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Муса ҡулындағы таяғын күккә күтәргәйне – Раббы күк күкрәтеп, боҙ ебәрҙе, ергә йәшен төшөрҙө. Ерҙә, әйтерһең дә, йәшенле ут ҡабынды, бөтә Мысыр бары тик ут менән боҙҙан торҙо; ундай көслө боҙҙо Мысыр халҡының бер ҡасан да күргәне юҡ ине.


Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Халыҡҡа былай тип әйт: «Иртәгәһе көнгә үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, шунан ит ейерһегеҙ, – тиң. – Раббыға: „Әле ит ашаһаң икән! Беҙгә Мысырҙа яҡшыраҡ ине лә баһа“, – тип илаулағайнығыҙ, бына Раббы хәҙер һеҙгә ит бирә, ит ашарһығыҙ.


Ҡәҙерләп аңҡауында һаҡлаһа, Тәмләп һурһа ла,


Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ, Зәһәр йылан ағыуына әйләнер,


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios