21 Ашай башлаһа, артынан тәғәм ризыҡ ҡалмай, Шуға күрә байлығы оҙаҡҡа бармай.
Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек: Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр, Ахырында – алйот булып ҡалыр».
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр, Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин: «Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ, Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ.
«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».