19 Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.
Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.
Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни?
Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ.
Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.
Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.
Ерҙәге бөтә әсирҙәрҙең Аяҡ аҫтарында тапалғанын,
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.
Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.
Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,
Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.
Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.
Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырлармын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды».
Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.
Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.