12 Ауыҙына яуызлыҡ бик татлы тойолһа ла, Тел аҫтында ғына йәшереп тотһа ла,
Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер.
Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.
Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?
Нахаҡ юл менән табылған икмәк башта тәмле булһа ла, аҙаҡ ауыҙы тулы таш булыр.
Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.
Шунан Дауыт: – Бөгөн дә ҡал, ә иртәгә мин һине кире ебәрермен, – тине. Урияһ иртәгәһе көнгә тиклем Йәрүсәлимдә булды.
Мәкерле шаһит хаҡ хөкөмдө мыҫҡыл итә, яуыздың ауыҙы боҙоҡлоҡто йота.
Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –