4 Әгәр ысынлап юлдан яҙған булһам да, Унан бит бары минең үҙемә зыян!
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
Һәр кем үҙ төйөнсөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.
сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!
Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.
Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.
Үҙегеҙҙе минән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ, Кәмһетелеүемде үҙемә ҡаршы йүнәлтәһегеҙ икән,