24 Тимер ҡәләм менән соҡоп, ҡурғаш ҡойоп яҙылһа, Мәңгелеккә ҡаяға сүкеп уйылһа ине!
«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды.
Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ.
Уларҙы Алла Үҙе эшләне, ундағы яҙыуҙарҙы ла Үҙе уйып яҙҙы.
Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.
Әгәр һүҙҙәрем яҙылып барһа ине, Теркәлһә ине төргәк китапҡа;
Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!