22 Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?
Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ: Тиреһен һыҙыраһығыҙ, Һөйәген ватҡылайһығыҙ; Ҡаҙанда бешерергә, Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ, Итен тураҡлайһығыҙ.
Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына, Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән, Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам».
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?
Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.
Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?
Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек? Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ,
Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.