7 Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер.
Унан барһаң, аҙымдарың яңылышмаҫ, йүгергәндә абынмаҫһың.
Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».
Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.
Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.
Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине.
Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә, Бәлә килеп йыға һуғыр, Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр.
Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Был хәлгә Арам батшаһы бик ҡаты асыуланды. Ул ярандарын йыйып алды ла: – Әйтегеҙ әле миңә, ҡайһығыҙ Исраил батшаһы яҡлы? – тип һораны.
Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.
Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр, яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр.