Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 18:15 - Изге Яҙма

15 Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 18:15
16 Referencias Cruzadas  

Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».


«Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!


Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.


Содом менән Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар ителгән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ.


Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр.


Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios