14 Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.
Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға.
Ҡурҡҡан сағымда Һиңә өмөт бағлайым.
Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».
Ышанысы – өҙөлөргә торған серек бер еп, Именлеге – үрмәксе ауы.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр, Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр. Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр.
Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ, Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр.