8 Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр,
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Тәҡүәләр яуыздарҙың һәләкәтен күреп шатланыр, Гонаһһыҙҙар уларҙан көлөр:
Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән.
Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.