Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 17:6 - Изге Яҙма

6 Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 17:6
11 Referencias Cruzadas  

Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.


Инде шулар минән көлөп Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай, Мин уларға көлкө булып ҡалдым.


Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.


Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, арфа ҡылдары сиртеп оҙатыр инем.


Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр.


Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.


Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.


Минән сирҡаналар, ситләшәләр, Битемә төкөрөүҙән дә тартынмайҙар.


Сигеүле кейемдәрҙә уны батша янына оҙаталар, Тиңдәш ҡыҙҙары, әхирәттәре эйәргән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios