Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 16:9 - Изге Яҙма

9 Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 16:9
17 Referencias Cruzadas  

Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.


Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?


Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты.


Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.


Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?


Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Ул мине айыу һымаҡ һағалап торҙо, Арыҫландай аңдып ятты.


Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең, Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың, Аяҡ эҙемдән юллап киләһең.


Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.


Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios