7 Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң, Бар яҡындарымды һәләк иттең.
Миңә лә буш айҙар насип булды, Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө.
Эй ҡала, шуға күрә һине тар-мар итермен, Гонаһтарың өсөн буш ҡалырһың.
Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Мин йәшәүҙән биҙҙем. Барыбер донъяла мәңге тормам, Ҡалдыр мине! Көндәрем – бары тик һулыш һымаҡ.
Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба.
Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе, Таныштарым мине ят күрәләр.
Бөтөнләй сараһыҙ ҡалған мәлдә Үҙемә ярҙам итерлек хәлем булырмы?