Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 16:21 - Изге Яҙма

21 Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 16:21
11 Referencias Cruzadas  

Булған һәр нәмәнең инде исеме бар, кешенең дә асылы билдәле, ул үҙенән көслөрәк менән дәғүәләшә алмай.


Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?


Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.


Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.


Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!


Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.


Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios