19 Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла.
Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам
Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.
Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.
Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.
Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып әйтмәнек. Алла Үҙе шаһит!
Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринҫосҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.
Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:
Эй диңгеҙ, һиңә ни булды, ниңә ҡастың? Иордан, нишләп кирегә аҡтың?
«Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла.
Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр.
Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.
Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!
Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!
Кеше юғарынан – Алланан ниндәй өлөш алыр? Кешегә өҫтән – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ниндәй биләмә булыр?
Раббыны данлағыҙ! Күктәрҙән маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Юғарынан Уны күмегеҙ данға!