17 Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын.
Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.
Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы.
Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.
Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!
Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры.