15 Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн, Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым.
Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.
Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам –
Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.
Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.
Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы, Саң-туҙанға, көлгә әйләндем.
Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».
Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.
Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе.
Баш баҫып ергә ҡапланһын – Бәлки әле өмөт барҙыр.