13 Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде.
Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр, Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр. Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята!
Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.
Һаҙағынан уғын алып, Бөйөрөмдө тишә атты.
Мин Уны үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен, Үҙем, башҡа берәү түгел! Бәғерем телгеләнә эсемдә.
Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.
Уҡсылар уға асырғанып һөжүм иттеләр, Дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар.
Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй?
Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
Барған юлымдан һөйрәп сығарып, Ботарлап ырғытты яңғыҙымды.