12 Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы.
Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
Тәнем менән тиремде туҙҙырҙы, Һөйәктәремде онтаны.
Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.
Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
Улар ҡулдары менән һиңә тотонғас, ярылдың да яурындарына сәнселдең. Улар һиңә таянғайны, һынып, уларҙы аяҡтан йыҡтың».
Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.
Ҡалын ҡалҡанын тотоп, баш сөйөп, Тиҫкәреләнеп, Уға ҡаршы ташланды,
Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме, Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың?
Ажарланып ырылдаған арыҫлан да тыныр, Йәш арыҫландың теше ҡырылыр.
Ал да юҡ, ял да юҡ, йәм дә юҡ, Бары тик ғәм генә тороп ҡалды».
Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.
Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай.