Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 15:8 - Изге Яҙма

8 Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы?

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 15:8
18 Referencias Cruzadas  

Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?


Әммә уларҙың ҡайһыһы Раббы кәңәшмәһендә ҡатнашҡан? Кем күргән, кем Уның һүҙен ишеткән? Ҡайһыһы диҡҡәт менән тыңлаған?»


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».


– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –


Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.


Ғүмеремдең сәскәле мәле кире ҡайтһасы, Сатырымды Алла Үҙе ҡанаты аҫтында тота ине.


«Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!


Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios