Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 15:25 - Изге Яҙма

25 Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 15:25
28 Referencias Cruzadas  

«Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. – Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ – тип һорайһығыҙ.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ, Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы, Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй.


Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!


Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен, Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер.


Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?


Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме?


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


Шул ваҡыттарҙа Һируд батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы.


– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –


Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.


Нишләп Һин ҡулыңды кире алдың? Уң ҡулыңды сығар ҡуйыныңдан, быға сик ҡуй!


Ошонан һуң да киҫәмәһәгеҙ, Миңә ҡаршы барыуығыҙҙы дауам итһәгеҙ,


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.


Ҡалын ҡалҡанын тотоп, баш сөйөп, Тиҫкәреләнеп, Уға ҡаршы ташланды,


Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?


Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios