17 Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм, Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм.
«Бер аҙ сабыр ит – мин һиңә күрһәтермен, Алланы яҡлап тағы ла әйтәһем бар.
«Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ!
Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.
Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал».
Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?
Аҡыл эйәләре өйрәткәнде, Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем.
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.