14 Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.
Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә!
«Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр?
Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.
Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;
Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алған дошмандары уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә,
Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.
Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.
Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.
Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села
«Дөрөҫ, бының шулай икәнлеген беләм. Әммә кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?
Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алыусылар уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә,
Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?
Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.
Йөрөгән юлдары камил, Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел, Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған,
Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.