13 Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!
Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.
Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.
Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –
Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.
Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.
Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.
Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.
Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.
Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.