Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 14:10 - Изге Яҙма

10 Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 14:10
20 Referencias Cruzadas  

Хатта тирем сереп төшкәндә лә, Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен.


Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ.


Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.


Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.


Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».


Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!


Ни өсөн мин үле тыумағанмын? Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен?


Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.


Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем


Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?


Дымды тойоу менән үрсем бирә, Яңы ғына ултыртылған һымаҡ бөрөләнә.


Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».


Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер.


Барыһы ла бер урынға китә: тупраҡтан яралғандар тупраҡҡа ҡайта.


Кем белә, кеше йәне күккә ашамы ла хайуан йәне түбәнгә, ер аҫтына, төшәме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios